icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

#башҡорттелекөнө2024

14:02 12.12.2024 16+
, .

11 декабрь Күмертау ҡала үҙәк китапханаһында ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә башҡорт телендә “Башҡорт теле – ғаилә теле” квиз - уйыны үтте.

Сараны алып барыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Гүзәл Өлфәт ҡыҙы уйынсыларҙы яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө менән ҡотланы, уңыштар һәм еңеү теләне.

Уйында барыһы дүрт команда: ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылма командаһы, 8-се һанлы ”Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, Дини-мәҙәни үҙәгенең уҡытыусылары, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт Республика гимназия – интернаты уҡыусылары ҡатнашты.

Квиз биш турҙан торҙо. Уйында ҡатнашыусылар Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ауыҙ – тел ижады, күренекле тел белгестәрнә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Һәр команда бирелгән бөтә һорауҙарға тиҙ һәм дөрөҫ яуап бирергә тырышты.

?Һөҙөмтәлә 1-се урынға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларың “Телдәрҙәр”, 2-се урынға “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең “Айгөлдәр” һәм Дини-мәҙәни үҙәгенең “Иман нуры” командалары сыҡты, 3-се урынды 3- сө БРГИ уҡыусыларының “Ут башҡорттар” командаһы алды.

4082

Оставить сообщение: