Эҫе ҡояш аҫтында баш кейеме һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән еңел кейем кейегеҙ, һыу балансын һаҡлағыҙ, йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ, йәшен ваҡытында һыу
10:09 06.06.2025 16+
Эҫе ҡояш аҫтында баш кейеме һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән еңел кейем кейегеҙ, һыу балансын һаҡлағыҙ, йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ, йәшен ваҡытында һыу ятҡылыҡтарына яҡын бармағыҙ һәм ялағай уйнауын, күк күкрәүен кеҫә телефонына фотоға төшөрмәгеҙ – бының үлемесле булыуы бар. Йәйегеҙ хәүефһеҙ булһын өсөн кәңәштәрҙең бер өлөшө ошолар.
Йәйге каникул еткәндә ата-әсә тағы нимәләрҙе балаларының хәтеренә төшөрөргә тейеш? Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге эфирында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләне.
Өйҙә, урамда һәм тәбиғәттә тәртип ҡағиҙәләре – ҡотҡарыусылар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫкәртеп кенә ҡалмай, ҡағиҙәләрҙе улар уйын формаһында һәм ғәмәлдә үҙләштерһен өсөн төрлө саралар ҙа үткәрә. Ошо көндәрҙә Учалы районында «Хәүефһеҙлек мәктәбе» ярыштары үтә. Унда бөтә республиканан 300-гә яҡын бала тормош хәүефһеҙлеге өлкәһендә үҙенең оҫталығын һәм белемен күрһәтә.
***
При ярком солнце носите головной убор и легкую одежду из натуральных тканей, в жару соблюдайте водный баланс, купайтесь только в оборудованных местах, избегайте водоемов во время грозы и не снимайте на камеру мобильного телефона молнии и громы – это смертельно опасно. Вот лишь часть рекомендаций для безопасного лета.
О чём ещё должны напомнить родители детям с наступлением летних каникул, в эфире ЦУР Башкортостана рассказала сотрудник пресс-службы Главного управления МЧС России по Республике Башкортостан Ленария Ямалетдинова.
Правила поведения дома, на улице и на природе – спасатели не только говорят, но и проводят различные мероприятия, чтобы дети и подростки могли их освоить в игровой форме и на практике. На днях в Учалинском районе стартовали соревнования «Школа безопасности», где около 300 детей со всей республики показывают свои наработки и знания по безопасности жизнедеятельности.
Оставить сообщение: