#УралБатырЭпосыКөнө
10:26 08.06.2025 16+
#УралБатырЭпосыКөнө
#ЙәйләүЛагеры
#МИсҡужинИсеменәгеПрогимназия
30 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республикала "Урал батыр" эпосы көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул йыл да 8 июндә билдәләнәсәк.
2025 йылда Башҡортостандың халыҡ сәсәне - Мөхәмәтшә Боранғолов тарафынан был эпостың яҙылып алыныуына 115 йыл тула.
"Урал батыр" эпосы Башҡортостандың 7 мөғжизәһе исемлегенә индерелгән.
Эпостың һәр юлында рух, изгелек, дөрөҫлөк, яҡшылыҡ кеүек ҡиммәттәр тураһында әйтелә.
"Донъяла мәңге ҡалыр эш ул - ЯҠШЫЛЫҠ,
Донъяны матур төҙөгән,
Ул да булһа - ЯҠШЫЛЫҠ,
Күккә лә осор ул - ЯҠШЫЛЫҠ,
Һыуға ла батмаҫ ул - ЯҠШЫЛЫҠ,
Утҡа ла янмаҫ ул - ЯҠШЫЛЫҠ,
Телдән дә төшмәҫ ул - ЯҠШЫЛЫҠ!"
Изге мираҫ "Урал батыр" гел йәшәһә, шул яҡшы!
Прогимназияла "Йәйләү" лагерына йөрөгән балалар менән "Урал Батыр" эпосына арналған сара ойошторҙоҡ. Тәрбиәселәре ярҙамында, балалар эпостан бер өҙөк ятлап, сығыш яһанылар, сәхнәләштерҙеләр. Эпос буйынса төп геройҙарҙы төрлөсә яһап, ҡул эштәренән күргәҙмә булдырҙыҡ.
Халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү - беҙҙең төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе!
Оставить сообщение: