icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Үткән йомала М

16:16 23.06.2025 16+
Үткән йомала М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның " Йәйләү"лагеры балалары өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу булды.Лагерҙың тәрбиәләнеүселәре Күмертау ҡалаһының мәсетенә сәйәхәт иттеләр.
Айнур хәҙрәт һәм Нурия Нурғәли ҡыҙы балалар менән дин,әхлаҡ тураһында әңгәмә үткәрҙе.Нисек иманлы,тәртипле булыу,ата- әсәйҙе,ололарҙы,кескәйҙәрҙе хөрмәт итеү, ,намаҙ уҡыу,белем алыу тураһында аңлатылды. Мәсеттә лә лагерь эшләй,әлеге көндә шәкерттәр шөғөлләнәләр ине.
Һәр саҡтағы һымаҡ балаларға тәмлекәстәр ҙә таратылды.
Изге һүҙҙәрегеҙгә һәм эшләгән эштәрегеҙгә ҙур рәхмәт, хөрмәтле Дин остаздары,сауаптары насип булһын.
Иман йортоноң ишектәре һәр саҡ асыҡ булып,киләсәгебеҙ ышаныслы килһен.
691

Оставить сообщение: