icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!

15:33 03.01.2024 16+
Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!

Яңы йыл менән бәйле тантаналар һәм байрамдар, ғәҙәттә салют, фейерверк, петарда һәм башҡа пиротехник изделиеларһыҙ үтмәй. Уларҙы тик махсус магазиндарҙан ғына алырға кәрәк.



Пиротехника менән ҡулланыуҙың төп 10 ҡағиҙәһе:

- торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атырға;

- пиротехниканы кеҫәлә йөрөтөргә;

- фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейервекка яҡын килергә;

- көслө ел булғанда уны тоҡандырырға;

- ракета һәм фейервекттарҙы кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға;

- петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә;

- пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға ярамай.

Ҡулланыр алдынан инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ, унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Изделиеның ҡулланыу ваҡытын да ҡарағыҙ.

Ял, байрам көндәрен хәүефһеҙ үткәрәйек.

858

Оставить сообщение: