icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Бурҙан ҡала, уттан-юҡ

18:24 06.02.2024 16+
“Бурҙан ҡала, уттан-юҡ”, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ мәҡәле. Уның һөҙөмтәләре кире ҡайтарып алмаҫлыҡ аяныс булыуы ла ихтимал. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәү мөһим.

“Республикала үлем менән тамамланған янғындар һаны арта. Уларҙың төп сәбәбе – ут-ялҡын менән һаҡ эш итмәү һәм электр үткәргестәрҙең төҙөк булмауы”, - ти Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.

Янғындарҙы киҫәтеү хаҡында барған әңгәмәне “Асыҡ студия”ла тыңлағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.

Элемтә телефоны: 112.

Асыҡ студия - бар һорауҙарға асыҡ.

550

Оставить сообщение: