icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ - АРА ДИКТАНТ 2024

04:01 25.04.2024 16+
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ - АРА ДИКТАНТ – 2024

Башҡорт теленән диктантҡа - 10 ЙЫЛ! Халыҡ-ара кимәленә сыҡҡан милли акцияның быйыл юбилейы! Республикала сара беренсе тапҡыр 2015 йылда уҙғарылған.

Быйыл да саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Күмертау ҡалаһының Үҙәк китапханаһында майҙансыҡ ойошторола. Белем биреү акцияһында теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Диктант башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн үткәрелә.

27 апрель иртәнге сәғәт 11-ҙә барығыҙҙы ла Башҡорт теленән халыҡ – ара диктант яҙырға саҡырабыҙ!

Бергә яҙайыҡ! Берҙәм булайыҡ!

Алдан регистрациялау талап ителмәй. Диктант яҙырға теләүселәр түбәндәге адрес буйынса саҡырыла: Күмертау ҡалаһы, К. Маркс урамы, 24 “А”

Белешмәләр өсөн телефон : 8(34761) 4-20-08, 4 – 19 – 54

1285

Оставить сообщение: