icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Башҡортостанға йәнә эҫе көндәр килде элеккесә шәхси биләмәләрҙә лә сүп-сар яндырыу тыйыла. Урманға йөрөү сикләнгән. Республикала янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус тәртип иғлан ителде

04:28 08.07.2024 16+
Башҡортостанға йәнә эҫе көндәр килде – элеккесә шәхси биләмәләрҙә лә сүп-сар яндырыу тыйыла. Урманға йөрөү сикләнгән. Республикала янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус тәртип иғлан ителде.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Урман һаҡсыһы» системаһы ярҙамында биләмәләрҙе тәүлек әйләнәһенә күҙәтә – Башҡортостанда радиусы 35 километрға еткән 12 комплекс ҡуйылған. Бынан тыш, белгестәр махсус самолет, күп маҡсатлы КА-32 вертолеты ярҙамында авиация патруле алып бара, министрлыҡтың пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла. Хәлде шулай уҡ йыһан мониторингы аша ла күҙәтәләр.

Янғынға юл ҡуймау һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуына тура элемтә барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы белгесе Илдус Назаров һөйләне.

452

Оставить сообщение: